Боҙҙа һаҡ булығыҙ

Бөтөн халыҡ ҡыш еткәнен һағынып көтөп ала. Ҡыш беҙгә үҙенең үҙенсәлекле бар матурлыҡтары менән бергә ҡайһы бер хәүефле яҡтары менән дә киң билдәле. Боҙ туңыу менән бала-саға  боҙҙа уйнағанда, ир-ат  боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлағанда, йылға аша сыҡҡандамы хәүефле осраҡтар килеп сыға ла инде.

Быйылғы йылдың 1 ноябренә ҡарата мәғлүмәт буйынса  Башкортотснада бөтәһе 79 кеше һыуҙа  һәләк булған. Шуларҙың 71 ир-ат, 2 ҡатын ҡыҙ, 6 бала. Урал аръяғы райондарында бөтәһе 15 кеше һыуҙа һәләк булған. Шуларҙың 4-һе Белорет районында, 1-һе Әбйәлилдә, 1-һе Баймаҡта, 6-һы Учалыла, 1-һе Бөрйәндә, 1-һе Зилаирҙа, 1-һе Хайбулалла. Күренеүенсә  бәләгә күберәк ирҙәр һәм малайҙар тарый.

Ҡышҡы һыу бигерәктә ҡурҡыныс. Ни өсөн тигәндә тән температураһының тиҙ төшөүе кешене парализавать итеүгә килтерә һәм кеше хәрәкәт итә алмай  тонсоғоп һәләк була.

Ә көҙгә килгәндә инде, быйылғы көҙҙөң ике айы эсендә генә республика буйынса 20 кешенең ғүмере һыуҙа өҙөлгән, һыуҙа үлем осраҡтары күберәк ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен  үтәмәгәндән килеп сыға. Әйтәйек норма буйынса һыу аша боҙҙан сығып йөрөр өсөн уның ҡалынлығы 10-12 сантиметр булырға тейеш (Быны иҫтә тоторға кәрәк).

Боҙға ҡар ятһа, боҙ ҡалынлығы  10  сантиметр. булғанда  ҡар аҫтында 3  сантиметр ғына тәшкил итеүе мөмкин. Ҡалаларҙа яр буйлап урынлашҡан заводтарҙан ҡулланылған йылы һыу түгелә, шул һыуҙар  боҙҙо ныҡ йоҡартып йыуа. Шуға күрә ундай урында конькила, санала, саңғыла шыуырға ярамай. Көҙ, яҙ осоронда төркөм менән  боҙ аша сыҡҡанда кеше араһы 5-6  метр булырға тейеш. Саңғы менән йоҡаҡ боҙ аша сыҡҡанда аяҡ кейемен сыңғының бауынан ысҡындырырға кәрәк. Шулай уҡ саңғы таяҡтарының бауын һулдан ысҡындырыу ҙа дөрөс булыр. Был осраҡта рюкзакта бер яурынға ғына аҫырға кәрәк. Таяҡтар менән төртөп  боҙҙо тишергә  лә була.

Ҡая аҫтарынан сығып йылғаларға ҡойған шишмә һыуҙары йылыраҡ була, шуға күрә ул тирәлә боҙ һәйбәтләп туңмай, туңһала бик йоҡаҡ була (быны ла онотмағыҙ).

Балыҡ тотҡанда (бигерәк тә көҙ, яҙ айҙарында). бер урында боҙҙа күп тишектәр тишергә ярамай. Шулай уҡ бер урында күмәк кеше урынлашыуы ла дөрөҫ түгел. Һәр бер балыҡсы үҙе менән 12-15 метр  оҙонлоҡта ныҡлы бау алып йөрөргә тейеш. Бауҙың осона 400-500 грамм  ауырлыҡта йөк тағылырға, ә икенсе осон тотонорлоҡ итеп көрмәргә кәрәк.

Боҙ йоҡаҡ булғанда балларҙың тауҙан һыу яғына ҡарап сана, саңғы шыуыуы ла дөрөҫ түгел, һәләкәткә килтереүе мөмкин. Нисек кенә булмаһын боҙҙа бик һаҡ булырға кәрәк. Минең менән был хәл килеп сыкмаясаҡ тип уйлау һис  яңылыш уй.

Тормошта бер осраҡ икенсеһенә тулыһынса оҡшап етмәй, шуға күрә был урында һәр ваҡыт уйлап һәм ҡабаланмай хәл итергә кәрәк.

Халыҡ бушҡа  ғына бәлә аяҡ аҫтында тип әйтмәгәндер бит инде. Боҙҙа һаҡ булығыҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Һеҙгә сәләмәтлек теләп Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе Администрацияһы.  

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *