«Тырыш, эшһөйәр халыҡ йәшәй был тарафта»

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы республикабыҙҙа 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла килә. Был программа беҙҙең районда ла хуплап ҡаршы алынып, алтынсы йыл инде уңышлы эшләй.

         Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә был программа буйынса Яңы Собханғол ауылы Ағиҙел урамына таш түктерелеп юл һалынды, Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары зыяраты кәртәләнеп, тәртипкә килтерелде. Ни генә тимә, проблемаларын үҙ көсө менән хәл итеү юлын эҙләгән тырыш, эшһөйәр халыҡ йәшәй был тарафта. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы, Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары халҡы киләһе йыл заманса спорт майҙансығы төҙөү инициативаһын күтәрҙе. Күп балалыларға йорт төҙөүгә ер участкалары бүленеүе, район үҙәгенең яҡын урынлашыуы халыҡ һаны артыуы, ауылдың йәшәреүенә этәргес бирә. Бөгөн йәштәр балаларҙы төрлө күңел асыу сараларына район үҙәгенә, ҡалаға йөрөтмәй, кәрәк икән спектакль, талап ителһә, цирк тамашаһы үҙҙәренә килә.

—  Заманса спорт майҙансығы төҙөлһә, беҙҙең хыял тулыһынса тормошҡа ашасаҡ, — ти атай-әсәйҙәр, юғиһә, әлегә тиклем ғаилә менән бергәләп ял итер урыныбыҙ юҡ.

Әлеге ваҡытта халыҡ фекерен белеү маҡсатында, ауыл халҡы араһында һорау-тәҡдимдәр ҡабул ителде, WhatsApp мессенджерындағы чаттарҙа әңгәмә алып барыла. Урындағы инициативаларҙы тормошҡа ашырыу программаһының ауыл биләмәһендә тормошто яҡшыртыуға төп аҙым булыуын бында яҡшы аңлайҙар.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *